?

Log in

No account? Create an account

Previous Entry | Next Entry

Яңы быуат бәйете

 

Суфый бабай бүләһе
Улына бәйет әйткәне,
          Яҙып алды ишеткәнде
Рөстәм Нурый ейәне.

 

Яңы быуат бәйете

Мөғжизәләр менән тулы фани донъя,
Телһеҙҙәр ҙә телмәр тота булып даръя.
Тормағандар атлап китә, Хоҙай ҡушһа,
Әйткәнемде яҙып бар тип, миңә ҡуша.
…Ер йөҙө бит бер мөғжизә - шул яуаптыр,
Фаразлайҙар ул барлығын мең быуаттар.
Бихисапһыҙ мәхлүк йәшәй тәбиғәттә,
Ышанмай тик кеше генә тәғлимәткә.
Үҙен үҙе бөтөрөргә гел баш вата,
Һинең халҡың яһамай тик ундай хата.
Еткерергә уға шуға үтенесем:
Сабыр бул һин һәм бул һин, телсем.

Сабыр бул һин, сабырлыҡтың төбө - алтын.
Боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.
Олтанлыҡты солтанлыҡтан өҫтөн күреп,
Үҙ илендә сабыр ғына көн иткәндәр.
Әмир, батша һәм башҡалар килгән-киткән,
Заманында Алтын Урҙа хатта бөткән.
Тик йәшәгән ырыу-ырыу аҡ бабалар,
Үҫтергәндәр һинең кеүек ир балалар.
Кәрәк булһа, илен яҡлап яу сабырлыҡ,
Форсат сыҡһа, ерен данлап моң һалырлыҡ.
Батшаларға баш эймәгән һинең ырыу,
Сабыр бул һин һәм бул һин ғорур. 

Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең балалары
Мең быуаттар төйәк итте Урал ташын.
Һыйҙырғанда үҙ янына башҡаларҙы
Һөмһөрөн ҡойоп йыйырманы бабаң ҡашын.
Ғорурлығын бер ваҡытта юғалтманы.
Хужа булды, донъяларҙы тарҡатманы.
Аңлағандар бабаңдың был сәйәсәтен
Алмаштырҙы уға ҡарап үҙ йәһәтен.
Ҡабул итте ырыу тотҡан ғөрөфтәрҙе,
Ә халҡыңа тағы бик күп бәҫ өҫтәлде.
Улыңа ла еткер минең әйкәнде, ай,
Сабыр бул һин һәм бул һин атай. 

Кәмһетәләр мине, тип, һәр ваҡыт та,
Йәберләмә һин үҙеңде бер саҡта ла.
Йүләрлектән өҫтөн булған кеше генә
Бөйөк һәм саф күңелле була ала.
Яйлап ҡына үҙеңә тиң дуҫ-иш һайла,
Дуҫлыҡ беҙҙең мәңгелек, тип оран һалма.
Алла ғына мәңгелек бит был донъяла
Башҡа нәмә тарих саңы булып ҡала.
Донъя баҫҡан дәүләттәр ҙә тарҡалалар,
Бәғзе халыҡ ҡыҙыу булып юҡ булалар.
Күрше булған ғуҙ һәм хаҙар быға миҫал
Сабыр бул һин  һәм бул һин уҫал. 

Берҙәй ҡарай көнсығышҡа, көнбайышҡа ике башы,
Һине арбап тарих яҙа сәмер ҡошо.
Фәһемле тип, уҡыма тик бер китапты,
Эҙлә, тап, сағыштыр бар сығанаҡты.
Ата-бабаң булмышы күп шәреҡтә лә,
Онотһон тип, бәғзе берәү теләһә лә.
Ике тапҡыр хәрефеңде алмаштырған
Өсөһөн дә өйрән, һин отолмаҫһың.
Бындай бәхет бер кемгә лә тәтемәгән.
Зәки бабаң Бохарала күп эҙләнгән.
Ул тапҡанды тағы ла һин нығыраҡ байыт,
Сабыр бул һин һәм бул һин талип. 

Бурҙар бур һин, тип тамаҡ яра, аптырама,
Харамдыҡы харам инде, эсен ҡыра.
Хәләл генә һәр ваҡытта көстә ҡала,
Бер тибәрһең ундайҙарҙың арт һанына.
Ата-бабаң хәреф танып намаҙ ҡылды.
Наҙан ғына, наҙандар, тип һөрән һалды.
Белһен өсөн барса ғәләм барыһын да,
Иҫбатлансы йән иҫәбе барышында.
Уҡымышлы булды һәр саҡ барса халҡың,
Шул кимәлде күтәрергә барсы хаҡың.
Уҡы, улым, ярҙам итәм, килә хәлем,
Сабыр бул һин һәм бул һин ғалим. 

Монгол менән килгәнде лә һин ҡурсала,
Уны ла бит кесе айыу ҡыҫып бара.
Күп мин, тип бөгөнгө көн маһайһа ла,
Йота алмаҫ мишәрҙе лә, майлаһа ла.
Йәш бит әле, ул да аңлар бара-бара,
Ҡыҙыу халыҡ тиҙ тарҡала был донъяла.
Дыуамалдар алған саҡта ләззәт тапһа,
Олпатлылар ҡуйғас ҡына йәннәт ҡыла.
Юҡ бит уның һыйынырлыҡ ере башҡа,
Аңлағаны һиңә ҡарап күҙен баға.
Рәхмәтлеһе бик күп улар араһында,
Сабыр бул һин һәм бул һин уға аға.

Ҡояшта бит үтә ҡыҙыл - бик тиҙ уңа,
Ҡыҙыу кеше һәр ваҡытта боҙҙай туңа.
Ғалимдар ҙа күптән инде иҫбат иткән
Нәфсе тигән яман сирҙе, шуға икән.
Үткән быуат бар донъяны дер һелкеткән,
Айыуҙың да бөгөн килеп хәле бөткән.
Башлағанды Барый батша үткәнендә
Тамаларҙар һинән башҡа үҙҙәре лә.
Йөҙ йыл элек суфый бабаң яҙып ҡуйған,
Уландарым, сабыр булың, килер заман.
Шул яҙманы алыр өсөн бөгөн уҡый,
Сабыр бул һин һәм бул һин суфый.

Ҡара алтын бәҫе китер баҙарҙарҙа,
Ҡап ҡорһаҡтар бет үрсетер ул сағында.
Ерле генә ерҙә ҡаты баҫып торор,
Кемлегеңде барһы күрер шул саҡтарҙа.
Ата-бабаң ерҙе тотҡан ырыу менән
Шуға тағын бөгөнгө көн яйы килгән,
Ҡабыҡ һуғып, сәүкә ҡыуып дау күтәрмә,
Ҡанун менән ал ҡулыңа үҙ ереңде.
Ата ла ул, әсә лә ул - ерең һаҡла,
Баҙар хаҡы текә тип, уны һатма,
Ерең булһа, балаларың күрмәҫ нужа,
Сабыр бул һин һәм бул һин хужа. 

Байлыҡ тип, ҡыуалама донъя атын,
Күрһәтер ул, ҡабаланһаң, һиңә артын.
Һаулыҡтан да ҡиммәтерәк юҡ донъяла,
Ҡыйылмаһын кеше ғүмере бер заяға.
Үҙгәрештәр була ала ҡанһыҙ ғына,
Низағ эштәр хәл ителһә сабыр ғына,
Һәр бер низағ тамамлана солох менән,
Айырмаһы ҡорбан иткән дәүмәл икән.
Туған менән тапҡаныңды тоғро бүлеш,
Ҡылығыңдан рәнйемәһен күрше-белеш.
Еткерергә үҙ халҡыңа бындай сәләм,
Сабыр бул һин  һәм бул һин сәсән. 

Аҡыл менән эш итергә һәр заманда
Васыят итә суфый бабаң яҙмаһында.
Көслөнөкө көслө генә булған саҡта
Аҡыллының ике илле өҫтөн ята.
Зыялылар йыйылышып кәңәш итәр,
Юлың уңыр халҡың менән, илсе ебәр
Милләттәрҙе берләштергән ойошмаға,
Ул тарафта көслө лә бит ҡойолоп ҡала.
Килер заман, инша Алла, күп ҡалмаған,
Ул юҫыҡҡа бәғзе халыҡ һуҡмаҡ һалған.
Донъяла ла яңы быуат инде хәҙер
Сабыр бул һин һәм бул һин әҙер…

Comments

( 1 comment — Leave a comment )
(Deleted comment)
r_nuriev
Sep. 12th, 2010 05:42 am (UTC)
Re: КАК ПОЛЬЗОВАТЬСЯ LJ-CUT
Понял. Рахмат, за объяснение. Исправлюсь.
( 1 comment — Leave a comment )